драма артисы, Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы
Нурғәлин Нәғим Зәйләғи улы
Йәштәр театрында 1989 йылдан - асылғандан бирле эшләй.
60-тан ашыу роль уйнаған.
«Төшөмлө урын» спектаклендә Белогубов образы өсөн «Туғанлыҡ» I халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә «Өмөт» призына лайыҡ булған.
Нәғим Нурғәлин – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Нәғим Нурғәлин «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Награданы Башкортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Башҡортостан – беҙҙең ғорурлыҡ!